-11 °С
Болотло
Пермь крайының Чайковский ҡалаһында ир-егеттәр араһында 15 километр арауыҡҡа масс-старт тамамланды. Ул биатлон буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙың алтынсы этабына ярашлы үткәрелде.
Был ярыштарҙа 159 мәрәй туплаған Антон Бабиков еңеүсе тип танылды. Sports.ru хәбәр итеүенсә, ул барыһына ла – тренерҙарға, табиптарға һәм башҡаларға рәхмәтен белдерҙе. "Саңғы Логиновтыҡы ине: уға ла рәхмәт", – тине биатлонсы. Икенсе урында – Новосибирск өлкәһенән Роман Еремин, өсөнсөлә – Кәрим Хәлили.
Айһылыу НИЗАМОВА