

Билдәле спортсы, Башҡортостандың Мотоциклсылар федерацияһы рәйесе Николай Красников спорт карьераһын тамамланы.
Был хаҡта ул социаль селтәрҙә хәбәр итте. Николай Красников үҙенең боҙҙағы мотоуҙыштарҙан китеүен киләсәктә яңы маҡсаттар һәм һынауҙар көтөүе менән аңлатҡан.
Белеүебеҙсә, Николай Красников – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, һигеҙ тапҡыр шәхси һәм 12 тапҡыр команда иҫәбендә донъя чемпионы булараҡ танылған, күп тапҡыр Рәсәй кубогына ярыштарҙа еңеү яулаған. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең ҡарйөрөгөстәрҙә кросы кубогын яулаусы ла. 12 йыл инде Николай Красников Башҡортостандың мотоспорт буйынса федерацияһына етәкселек итә.
Айһылыу НИЗАМОВА