Фестиваль “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей заповеднигы кубогына йәйәнән уҡ атыу буйынса республика турнирын асыу сараһынан башланып китте. Турнир иртәнге сәғәт 10-да старт алды һәм кискә ҡарай ғына тамамланды. Шулай уҡ фестиваль ҡунаҡтары йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнаша алды.
Халыҡ спорт уйындары ла ла үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын йыйҙы. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа арҡан тартышты, бүрәнәлә тоҡ менән бәреште һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашты.
“Ағинәйҙәр” коллективтары, яҡын тирәләге ауыл халҡы “Самауыр байрамы” ойошторҙо.
Фестиваль башҡорт эстрадаһының артистары Сәғиҙулла Байегет, Зилиә Бәхтиева, урындағы “Йәнбикә”, “Йәнгүзәл”, “Умырзая” фольклор коллективтарының сығышы менән тамамланды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡсылар турнирын ойоштороусыларҙың береһе Рәйес Низаметдинов фестивалдең һәм турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Уның фекеренсә, турнир дауамлы булырға тейеш.
- Бөрйән районы – республикабыҙҙың матур мөйөшө. Бында беҙ һәр ай һайын килергә әҙер. “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей заповеднигы өсөн был турнир традицияға әйләнеп, йәйен дә ойошторолһа, беҙ шат булыр инек. Музей заповеднигы етәкселеге музей комплексы аслыуының йыллығына беҙҙе йәнә йыйырға ниәтләй. Ул сараны беҙ Рәсәй кимәлендә ойошторорға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ, - тине ул үҙенең сығышында.
Шүлгәнташ кубогына эйә булыусы Баймаҡ мәргәне Ғәфүр Рахманғолов ике йылдан ашыу республика турнирында ҡатнашыуын белдерҙе.
Турнирҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында бишәр приз уйнатылды. Ғәфүр Рахманғоловтан башҡа Тимур Өмөтбаев, Хөрмәт Таһиров, Сынбулат Юлбирҙин, Илдар Ишмуратов уңышҡа өлгәште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында кубокты Әлиә Ишморатова яуланы. Призлы урындарҙа шулай уҡ Наилә Ишкилдина, Айгөл Ғәлиуллина, Лилиә Низаметдинова, Дина Вәлиева бар. Командалар араһында 1-се урында бөрйәндәр.