Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында "Яманташ" экстрим-турына старт бирелде. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала төрлө райондарҙан бөтәһе биш команда ҡатнашты. Улар Иҫке Яҡуп ауылы эргәһенән Һаҡмар буйлап 10 саҡрымды саңғыла үтте, 50 килограмлыҡ йөк аҫып, көрт йырып барыу еңел булманы. Ике көн эсендә ярышыусылар Һаҡмар йылғаһы буйлап бөтәһе 24 километр юл үткән. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың күңеле көр, кәйефтәре күтәренке. Тәбиғәтте яратыусылар ҡыш көнө булыуға ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ ауыр стартҡа баҫты.
Тур тәртибе буйынса, ярышта ҡатнашыусылар урманда бер төн уҙғарған.
Командаларҙың барыһы ла яҡшы физик әҙерлектә булыуы менән сараны ойоштороусыларҙа һоҡланыу уятҡан. Бөгөн ике көнлөк экстрим -тур тамамланған һәм Урал аръяғы командаһы иң етеҙе, иң көслөһө һәм ҡышҡы экстремаль ярышҡа яҡшы әҙерлекле булыуын иҫбат итеп, лайыҡлы рәүештә беренсе урынға лайыҡ булған!
Тәүге урынды яулаған Урал аръяғы командаһы 45 мең һум һәм кубок менән бүләкләнһә, икенсе урынды алған Рәсәй география йәмғиәте командаһына 30 мең һум аҡса бирелде. Өсөнсө урынға хәйбуллалар сыҡты, уларға 15 мең һумға сертификат бирелде.
Афарин, йылайырҙар! Районда туризм өлкәһендә алға китерлек йәнә бер турға нигеҙ һалынды.
Фото: Гөлгөнә Таһирова.