Республика балалар клиник дауаханаһында шахмат класы асылды. Был “Толпар” шахмат клубы һәм “Берҙәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте” тарафынан тормошҡа ашырылды.
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте” партия проектына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова етәкселек итә. Был хәрәкәт күптән дауахана менән хеҙмәттәшлек итә. Ә “Толпар” спорт клубы директоры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге ағзаһы Әмир Дауҡаев балаларға шахмат кәрәк-ярағы һәм уҡыу әсбаптары бүләк итте.
“Был проектты Башҡортостандағы Спорт министрлығының 100 йыллыҡ юбилейына арнаныҡ. Республика балалар клиник дауаханаһына дауаланырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар шахмат уйнарға өйрәнеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, белемен камиллаштырасаҡ. Бында “Дуҫлыҡ” балалар турнирҙарын үткәрәсәкбеҙ”, – тине Әмир Дауҡаев.
Был үҙенсәлекле дәрестәрҙе юғары категориялы педагог, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы Луиза Әхтәмова үткәрә.
Айһылыу НИЗАМОВА