Силәбе өлкәһендәге ер-һыуҙар башҡорт атамаһын һаҡлай әле. Сыбаркүл тауы, Мейәс ҡалаһы, Әтәс тауы һәм башҡа топонимик атамаларға ҡарап, ҡасандыр бында ата-бабаларыбыҙ йәшәгәнен иҫбатларға була. Башҡорт теле уҡытыусыһы икәнемде белгәс, минән һәр бер атаманың русса тәржемәһен алып, үҙҙәренең тыуған яғын икенсе яҡтан асты таныштарым. Унан ҡала үҙҙәренең атай-олатайҙарының мосолман исемдәрен телгә алып, хәҙер тамам урыҫлашыуҙарын танынылар. Шунан мине башҡорт ауылы Ҡымыҙға (!) алып барып, был яҡтарҙа йәшәгән башҡорттарҙы күрһәтергә булып киттеләр.
Ошо ауылда йәшәгән башҡорт ир-уҙаманы Сәләхетдин Мортазин башҡорт тоҡомло аттар тота икән, ҡымыҙ эшләй. Шыңғырлап торған ҡарағайҙан һалынған, ылыҫ еҫе аңҡып торған кафеһы ла бар хужаның. Заманса аппаратуранан башҡортса көйҙәр ағыла, менюла - башҡорт милли аштары, ҡамыр ризыҡтары. Бында аттарҙа йөрөнөк, контакт зоопаркына инеп, пони, марал һәм башҡа хайуандарҙы күрҙек, хатта нәҫел айғыры менән таныштырҙылар. Кафеға инеп, ҡоймаҡлап, ҡаймаҡлап, һөтләп, тәмләп тороп, оҙаҡ һөйләшеп ултырып, ҡыҫтатып-ҡыҫтатып сәйҙәр эсеп сыҡтыҡ.
Башҡортостандан ситтә йәшәгән, заман арбаһына ныҡлы ултырған, милли кәсепте яйға һалып, халҡымдың арҙаҡлылары булып йәшәп ятҡан милләттәштәремде күреп күңелем ҡыуанды, үлсәп, ҡосоп булмаҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Минең күңел торошома ҡарап, хужалар ҙа ифрат ҡыуанды. "Башҡорт өсөн һәр ҡунағы байрам алып килә, был ысынлап шулай", - тип бик йылы хушлаштыҡ Сәләх ағай менән.
Атта инде апаруҡ шәп йөрөйөм икән дә! Ҡышҡы юлда хатта юрттырып та алдым. Шул саҡта башҡортлоғом күккә олғаша! Атым да, хужаларына оҡшап, аҡыллы, күндәм, ыңғай булып сыҡты. Исеме лә күңелгә ятышлы - Бөркөт! Һәр миҙгелемдә атта йөрөү ғәҙәткә инеп бара, тип ҡыуанып ҡуйҙым.
Атта йөрөгәндән һуң үләнле сәй эсеү ҙә бик килеште! Биттәр алһыуланып, күңелдәр булып, ыңғай энергетика алып хушлаштыҡ Ҡымыҙ ауылы хужалары менән.
Автор: Гөлсөм Монасипова.
Фото: vk.com