Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Март 2023, 14:45

Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында яңы футбол майҙаны асылды

Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”

Бөгөн республикала эш сәфәрендә булған Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә яңы футбол манежын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Майҙаны 6,5 мең квадрат метрлыҡ ҡоролманы баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы “Нефтсе” стадионы эргәһендә һалғандар. Объекттың дөйөм хаҡы – 653 миллион һум. “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектына ярашлы төҙөлөшкә федераль бюджеттан 550 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бында Республика балалар футболы үҙәгенә йөрөгәндәр шөғөлләнәсәк.

Дмитрий Чернышенко һәм Радий Хәбиров яңы объект менән танышты һәм уның майҙансығында фиджитал-футбол буйынса “Мин – герой” турнирын башлап ебәрҙе. Фиджитал-футбол белем биреүҙе, спортты һәм һанлаштырыуҙы берләштергән ярыштарҙың яңы төрөн тәшкил итә. Мәғлүм булыуынса, киләһе йылдың февралендә Рәсәй “Киләсәк уйындары” халыҡ-ара мультиспорт турнирын үткәрә. Уның программаһына 16 йүнәлеш инә, шуларҙың береһе – фиджитал-футбол.

– “Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проекты буйынса Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостан менән берлектә республика балаларына һоҡланғыс манеж бүләк итте, бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалынасаҡ, – тине Дмитрий Чернышенко.

Вице-премьер шулай уҡ “Волга буйы” үҫмерҙәр футбол лигаһында ҡатнашҡан “Өфө” төбәк үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр командалары өсөн 50 комплект футбол экипировкаһы сертификатын тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Өфө халҡын яңы спорт объектын сафҡа индерелеү менән ҡотланы һәм республиканың спорт уҡытыусыларына бер миллион һумлыҡ “Ауыл тренеры” программаһы сертификаттарын тапшырҙы. Өс йыл эсендә 100-ҙән ашыу тренерға ошондай дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

Яңы манеж асылыу айҡанлы бер нисә спорт майҙансығына йыйылған 669 футболсы бина эсендә туп һуғыу буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Был күмәк ҡаҙанышты теркәү өсөн Рәсәйҙең Рекордтар китабы редакцияһын да сараға саҡырҙылар.

Был көндә майҙансыҡта 2010 – 2011 йылғы үҫмерҙәр араһында бәләкәй футбол буйынса Өфөнөң асыҡ беренселеге финалы булды. Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров “Өфө” һәм “Рубин” клубтары араһындағы иптәштәр уйында тупты башлап типте, артабан улар сарала ҡатнашыусылар менән аралашты.

Әйткәндәй, Радий Хәбиров был иҫтәлекле ваҡиғаны социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды.

“Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Николаевич Чернышенко эшләй. Программабыҙ тығыҙ, күләмле. Черниковкала, Өфөнөң “Нефтсе” стадионы эргәһендә футбол манежын астыҡ та инде.

Бөгөн Дмитрий Николаевичҡа туризм, фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙың бер өлөшөн, һанлы ҡарарҙарыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ.

Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарының Башҡортостанға килеүе – бик мөһим һәм әһәмиәтле сәфәр, төбәгебеҙгә иғтибар бүлгәне өсөн федераль үҙәккә рәхмәтлебеҙ”, – тип яҙған ул.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Дмитрий Чернышенко: “Бында буласаҡ еңеүҙәргә нигеҙ һалыныр”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: