Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Март 2023, 14:22

Кубокты дауахана хеҙмәткәрҙәре яуланы

Был көндө Ҡырмыҫҡалы ауыл советының спорт һөйөүселәре ауыл хакимиәте башлығы кубогына уҙғарылған саңғы ярыштарына йыйылды.

Бында Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте, Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡыр­мыҫҡалы филиалы, Ҡырмыҫҡалы гимназия­һы, үҙәк район дауаханаһы, мәғариф бүлеге, спорт мәктәбе һәм башҡа ойошмалар командалары, айырым спортсылар ҡатнашты.

Саңғы трассаһына йыйылған 60-тан ашыу спортсы араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Улар, йәш төркөмдәре буйынса бүленеп, бер-бер артлы стартҡа баҫты, ә финишта уларҙы жюри ағзалары һәм көйәрмәндәр дәртле алҡыштар менән ҡаршы алды.

 – Саңғы шыуыу – спорт буйынса берҙән-бер тиерлек яратҡан шөғөлөм. Бер үҙем һәм яйлап ҡына саф һауала, ап-аҡ ҡар буйлап саңғыла йөрөргә яратам. Гүйә, тәбиғәт тик һинең менән генә аралаша, көс бирә. Ваҡыт булған һайын бында килергә тырышам. Ошондай яҡшы саңғы трассаһы һалып торған спортсыларға рәхмәтем ҙур. Саңғы ярыштарында даими үҙ көсөмдө һынайым, быйыл призлы урын алмаһам да, бер ҙә борсолмайым, иң мөһиме – ҡатнашыу, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы уҡытыусыһы Зөбәржәт Ғиззәтуллина.

Ҡырмыҫҡалы районы советы аппара­тының ойоштороу бүлеге начальнигы Рәсүл Фәттәхов та үҙенең уй-теләктәре хаҡында белдерҙе: “Саңғы шыуырға ныҡ яратам. Ғөмүмән, бала саҡтан бик күп спорт төрҙәре менән шөғөлләнәм һәм шулай уҡ төрлө ярыштарҙа ҙур теләк менән ҡатнашам. Физкультура һәм спортты бер ҡасан да ташламаясаҡмын. Саңғы ярышында йыл да тиерлек призлы урындар алам. Бөгөн дә өсөнсө урынға сыҡтым һәм район хакимиәте башлығы кубогына арналған ярышта көс һынаясаҡмын, – тине ул.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса ауыл  хакимиәте башлығы кубогын үҙәк район дауаханаһы командаһы яуланы, ә еңеүселәр иһә төрлө йәш төркөмдәрендә билдәләнде.

- Розалия НАЗАРОВА

Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас: