12 мартта Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса марафон үткәрелә. Унда Өфөләге хосписҡа ла ярҙам итеп буласаҡ.
Әлеге ваҡытта стационар төҙөлөшө бара. Ул 2019 йылдан эшләй һәм дауалап булмаған сирҙәр менән яфаланған өлкәндәргә, балаларға өйҙәрендә ярҙам итә. Хәйриә фонды пациенттарҙың тормошон еңеләйтеү өсөн ҡорамалдар ала, махсус туҡланыу, гигиена кәрәк-яраҡтары, уларҙың яҡындарын һәр йәһәттән тәьмин итә. Хоспистағыларға ярҙам итеү, шулай уҡ ҡорамалдар һатып алыу хәйриә аҡсаһына атҡарыла.
2023 йылдың тәүге яртыһында хоспистың стационарын асыу планлаштырыла. Ул онкология, генетика, неврология сирҙәре менән яфаланған йөҙләгән кешегә ярҙам итә аласаҡ. Проект – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән контролендә.
Объект ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Учреждение биләмәһендә йәйәү йөрөү өсөн зона һәм балалар өсөн адаптив майҙансыҡ йыһазландырыла.
Бында ҡаты сирле өлкәндәр һәм балалар өсөн барлыҡ шарттар булдырыласаҡ. Уларҙы хәстәрлек, изгелек, йылылыҡ менән уратып аласаҡтар. Хосписҡа кешеләр бик ауыр хәлдә килә. Ҡайһы берҙәре өсөн уның һуңғы йәшәү урыны булыуы ихтимал. Балаһы эргәһенән бер нисә минутҡа ла китә алмаған әсәйҙәрҙең ул-ҡыҙын белгестәр ҡарамағына ҡалдырыу һәм үҙҙәре бер аҙ ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы “Биатлон” комплексында үткәрелгән сарала Өфө хосписына ярҙам итергә саҡыра. Быны “Эшлә!” платформаһында ла (https://sdelai.org/ru/events/ufimskij-lyzhnyj-marafon-2023) атҡарырға мөмкин.
Айһылыу НИЗАМОВА