Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Март 2023, 14:20

“Тимер ат”тар уҙышты

Һәр кем ғәжәйеп тамаша ҡылды.

Күптән түгел Ғафури районы Красноусол ауылының “Лубат” биҫтәһенән йыраҡ түгел, махсус әҙерләнгән трассала “Керәшен һыуыҡтары” тип аталған ҡышҡы автокросс буйынса Башҡортостан Республикаһы кубогының беренсе этабы ярыштары үтте. Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған автоуҙышҡа Ғафури районының, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан автоспорттың был төрөн үҙ иткән һәүәҫкәрҙәр, профессиональ уҙышсылар килгәйне.

Автокросс ярышын асыу тантанаһында Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм уның урынбаҫарҙары, район cоветы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, ДОСААФ-тың урындағы район бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

– Бөгөнгө автокросс уҙыштары – илһө­йәрлек сараһы ул. Малайҙарға, үҫмерҙәргә автокростың нимә икәнлеген, еңеүҙең нисек яуланғанлығын күрһәтергә тейешбеҙ. Ошо уҙышты ойошторған Василий Калачиговҡа, ҙур тиҙлектә йөрөргә яратҡан автоспортсы­ларға, килгән тамашасыларға ҙур рәхмәт. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, бар донъяла тыныслыҡ булыуын, имен тормош теләйем, – тине Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов.

Василий Николаевич барыһын да тәбрик­ләп, был сара йәш быуын вәкилдәре өсөн үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ярышсы­ларға һәйбәт һәм уңышлы уҙыш теләне. Автокростың секретары Альбина Хафизова Автоспорт федерацияһы исеменән ҡотлап, хәүефһеҙлек тураһында аңлатып үтте.

Дәртләндергес теләктәрҙән һуң автомобилдәрҙе старт һыҙығына ҡуйыр алдынан судьялар коллегияһы уларҙы ентекле ҡарап сыҡты. Уҙышсыларға финал һынауҙарын үтеү өсөн киң яландағы трассаны өс тапҡыр урап сығырға кәрәк. Автоуҙыш – юғары тиҙлек һәм боролоштар аша еңеү өсөн көрәш. Бында ла трасса боролоштар менән һалынған. Тамашасыларға ҡарарға уңайлы булһын өсөн ҡалҡыуыраҡ итеп айырым урын әҙерләнгән.

Сара ҡышҡы һабантуйҙы хәтерләтте. Сағыу кейемдәр кейгән әкиәт геройҙары тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе, уҡ атып ҡарау, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашыу, ҡаргиҙәргә ултырып йөрөү балаларға ғына түгел, ололарға ла оҡшаны. Шулай уҡ был сараның ойошҡан рәүештә үткәрелеүенә Ғафури районы хакимиәте һәм ауыл биләмәләре, мәҙәниәт һарайы, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре, ДОСААФ, коммуналь һәм юл хужалығы, үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам”, Янғын һағы хеҙмәте эшсе­ләренең күп көс һалыуын да әйтеп китеү кәрәктер.

Уҙыш дүрт этапта барҙы. “Внедорожниктар”, алғы һәм артҡы приводлы еңел авто­мобилдәр айырым билдәләнде. Артҡы приводлы еңел автомобилдәрҙә Красноусол егеттәре Максим Ильин – беренсе, Вячеслав Маркисов – икенсе, Табындан Раил Йәрмиев өсөнсө килде. “Внедорожник”тарҙа Белорет ҡалаһынан Артур Баймырҙин – беренсе, “УАЗ”-да Красноусолдан Әмир Сәйғафаров – икенсе, өсөнсө урынды Белореттан Динислам Баймырҙин алды. Алғы приводлы машиналарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рөстәм Усманов – беренсе, Табындан Анатолий Швецов – икенсе, Красноусолдан Сергей Ковальский өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Д-1600” класында Красноусол егеттәренә етеүсе булманы. Евгений Костылев – беренсе, Алексей Калачигов – икенсе, Олег Афанасьев өсөнсө булып еңеү һыҙығына килеп етте. Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.

Автокросты ҡарарға килеүселәрҙе көндөң һыуыҡлығы ла ҡурҡытманы, улар баштан аҙағына тиклем мауыҡтырғыс ярышты күҙәтте. Районда был спорт төрөнөң үҙ көйәрмәндәре булыуы ла һөйөндөрҙө. Ҡайһы йылда кем еңгәнлеген, кемдең машинаһы “класс” күрһәткәнен тамаша ҡылғанда ишетеп тә, күп тәьҫораттар алып була ине. Был ярыш көйәрмәндәргә лә, уның уртаһында ҡайнаған автоуҙышсыларға ла ыңғай кәйеф, сәм, дәрт-дарман бирҙе һәм илһамлы ял бүләк итте.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: