Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Март 2023, 23:00

Владимир Путин бында булған

“Бөгөнгө көнгә тиклем ул Салауат ҡалаһы һәм шул саҡтағы самбо буйынса бөтә СССР чемпионаты тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай...”

Владимир Путин бында булған
Владимир Путин бында булған

4 мартта Салауат ҡалаһында самбо буйынса бөтә Рәсәй турниры үткәрелде. Ул был спорт төрөнөң бөтә союз буйынса чемпионатының 50 йыллығына арналды. Уны 1973 йылда СССР профсоюздарының спорт йәмғиәттәре ойошторған. Ошондай уҡ сара Салауат ҡалаһында ла үткәрелгән. 

Иң көслө спортсы исеменән республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 2007-2009 йылғы 130-ҙан ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Бындай ярыштар быға тиклем дә беҙҙә үткәрелде, бөгөн дә ойошторолдо һәм ойоштороласаҡ”,  тип белдерҙе Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Арестова.

“Тап ошо ҡалала мин самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры булдым. Бында йыш ҡына ярыштар, йыйылыуҙар ойошторолдо. Салауатта, бөгөнгө кеүек үк, һәр ваҡыт спорт майҙансығы шәп булды. 50 йыл элек ошондай уҡ ярыштарҙа Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡатнашты. Бөгөнгө көнгә тиклем ул Салауат ҡалаһы һәм шул саҡтағы самбо буйынса бөтә СССР чемпионаты тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай.

Самбоның яңынан тергеҙелеүе өсөн шатмын, сөнки самбоның фәлсәфәһе бик ябай: үҙеңде, ғаиләңде һәм дәүләтеңде һаҡла. Был философияға етди ҡарарға кәрәк. Бөгөн тотош планетала алда була алабыҙ”, – тип хәбәр итте Өфө фән һәм технология университетының физик тәрбиә кафедраһы доценты, самбо һәм дзюдо уҡытыусыһы, самбо буйынса бөтә СССР чемпионатында ҡатнашҡан Николай Филиппов.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Геркулес” спорт клубы президенты, самбо һәм дзюдо буйынса спорт мастеры, Рәсәйҙең билбаулы көрәш буйынса чемпионы Антон Матренин да был спорт төрөн үҙ итеүе хаҡында һөйләне. “Самбоны яратам. Тап һеҙҙең йәштә нигеҙ, майҙансыҡ һалына. Ошонда, балаҫта, еңергә өйрәнһәгеҙ, тормошта ла еңеү яулаясаҡһығыҙ. Көн һайын күнекмәләр яһарға кәрәк”,  – тине ул.  Әйткәндәй, сараны Антон Матренин ойошторҙо һәм уның бағыусыһы булды. Ул еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр – самбовкалар тапшырҙы. Турнирҙың почетлы ҡунаҡтарына – маҡтау грамоталары, Антон Матрениндың “Самбо – минең тормошом...” тигән китабы, ветеран спортсыларға махсус бүләк – электр мейесе тапшырылды.

Фотолар: БР Спорт министрлығы.

Владимир Путин бында булған
Владимир Путин бында булған
Владимир Путин бында булған
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: