Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Март 2023, 23:00

Еңеү ҡулда кеүек ине...

Әммә бөгөнгө уйын беҙҙең өсөн күңелһеҙ тамамланды

Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...

Гагарин кубогы өсөн көрәш дауам итә. Бөгөн, 9 мартта, Өфөлә “Салауат Юлаев” Владивостоктан ”Адмирал” менән Гагарин кубогының сираттағы матчын үткәрҙе.

Был плей-офф серияһында бишенсе осрашыу булды. Бөгөнгө уйынға тиклем дәғүәселәр 2:2 иҫәбе менән килә ине. Әммә бөгөнгө бишенсе уйында уйын беҙҙең өсөн күңелһеҙ тамамланды: овертаймда “Адмирал” дүртенсе мәрәйҙе индерҙе. Шулай етеп, сираттағы уйын 4:3 иҫәбе менән “Адмирал” файҙаһына тамамланды.

Әйтергә кәрәк, уйын көсөргәнешле барҙы. “Адмирал” бер-бер артлы өс мәрәй индерҙе. “Салауат Юлаев”ҡа уны ҡыуып етергә тура килде. Өсөнсө серияла уйын тамамланыуға 9 секунд самаһы ваҡыт ҡалғас, иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы. Овертаймда беҙҙең команда бик яҡшы башланы, әммә “Адмирал” ҡапҡаһына иғтибарҙы ныҡ биреп, үҙебеҙҙең ҡапҡаны һаҡлау тураһында онотто уйынсылар. Дәғүәсе был мәлде оҫта файҙаланып, дүртенсе мәрәйҙе индереп ҡуйҙы.

 Сираттағы осрашыу Владивостокта уҙасаҡ. Яратҡан “Салауат Юлаев” командаһына уңыштар теләйек!

Фото: vk.com/hcsalavat

Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Еңеү ҡулда кеүек ине...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: