Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Терра йәй” картаһын күрһәтте, унда йылы ваҡытта ял итеүселәр өсөн республиканың барлыҡ туристик маршруттары тураһында мәғлүмәт тупланған.
“Бына шундай картаны миңә бүләк иттеләр. “Терра йәй” тип атала. Мин һәр ваҡыт туристарыбыҙға һәм халҡыбыҙға Башҡортостанда нимә барлығын аңларға ярҙам итерлек ябай һәм аңлайышлы әйберҙәребеҙҙең күп булыуын теләнем.
Хәҙер беҙ туристарҙың уңайлылығына ҙур иғтибар бүләбеҙ.
Карта - бик ябай әйбер. Әммә был туристик тормош тип аталғандың айырылғыһыҙ атрибуты.
Мин быйыл йәй ҡайҙа барырға икәнен үҙем һайланым. Башҡортостанда әле күрмәгән мәҙәни, тарихи объекттар күп.
Барыһына ла бөгөндән үк был йәйгә үҙ туристик маршруттарын һайларға тәҡдим итәм.
Карталар беҙҙең туристик-мәғлүмәт үҙәктәрендә (ТИЦ), ҡунаҡханаларҙа һәм турбазаларҙа таратыла. Кемгә ул әлегә эләкмәгән, бына беҙҙең республикаға сәйәхәт итеү процесы тураһында мәғлүмәт һалынған сайтҡа һылтанма. Terrabashkiria.ru.
Барыһын да Башҡортостанға саҡырам".
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_989476
Фото: видеонан скриншот