

Билдәле булыуынса, беҙҙең "Салауат Юлаев" командаһы кисә еңелеүгә дусар булып, Гагарин кубогы өсөн уйындарҙан төшөп ҡалды. "Адмирал", тотош Башҡортостан халҡын "илатып", Көнсығыштың ярымфиналына сыҡты.
Командабыҙҙың еңелеүе, әлбиттә, кәйефте төшөрҙө. Шул уҡ ваҡытта был хәлгә бәйле ҡыҙыҡлы видеолар күңелде күтәреп ебәрә. Мәҫәлән, Ейәнсура ҡыҙы, мәктәп уҡыусыһы Айсулпан Тоҡомбәтованың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Былтыр төшкән видеоһын ҡуйып, ул "Былтыр "Салауат Юлаев" еңә алмағанға әбей "виноват" булғайны, быйыл вратарь тейҙәр" тип яҙып ҡуйған.
Төрлө ролдәрҙе хәтәр килештереп башҡарған талантлы ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Видеояҙма Айсулпан Тоҡомбәтованың сәхифәһенән алынды.
Фото: видеонан скриншот.