Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән форумда ҡатнашты. Был турала ул социаль селтәрҙә яҙҙы.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы тормошҡа ашырған “Zа самбо” проекты ярҙамында беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше идеяларын әүҙем алға ебәрәбеҙ, ысын илһөйәрҙәр һәм көрәшселәр әҙерләйбеҙ.
Бөгөн Мәскәүҙә үткән “Еңеү фәне” форумында республикабыҙҙа самбоны үҫтереү буйынса ҡаҙаныштар менән уртаҡлаштым.
Мәҫәлән, “Самбо – мәктәптәргә” программаһында Башҡортостандың 19 мәктәбе ҡатнаша. Ағымдағы йыл аҙағына уларға тағы унауҙы өҫтәйәсәкбеҙ.
Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институтында самбо буйынса тренер-уҡытыусылар әҙерләй башлайбыҙ.
Форумда “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Анатольевич Турчакка самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙы Өфөләге яңы Көрәш һарайында үткәрергә тәҡдим иттем. Ул 2024 йылда үҙ ишектәрен аса. Ярыштар Самбо көнөндә – 2024 йылдың 16 ноябрендә уҙа тип килештек.
Тағы ла бер башланғыс – беҙ самбосылар өсөн сифатлы һәм осһоҙ экипировка етештерә башларға әҙер. Республика бындай мөмкинлектәргә эйә.
Дөйөм алғанда, был проект артабан да дауам итер, йәштәрҙе физик һәм әхлаҡи яҡтан ныҡ булырға өйрәтер, тип ышанам. Был бик файҙалы”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: pobedarf.ru