Бөгөн, 15 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Хасаевич Байсолтанов Борай районы үҙәге Борай ауылындағы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны.
- Беҙ был физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөнә бик яуаплы ҡараныҡ. Борай халҡы өсөн тағы бер һәйбәт яңылыҡ бар: Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Хасаевич Байсолтанов Борайҙағы боҙ һарайы төҙөлөшөн финанслауҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте, - тине республика Башлығы.
Физкультура-һауыҡтырыу үҙәге “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы төҙөлгән. Объекттың хаҡы – 467 миллион һум. Уның 414 миллион һумы – федераль бюджеттан.
Ике ҡатлы бинаның майҙаны 4,3 мең квадрат метр. Бында ике зал, массаж, табип кабинеттары, буфет, конференц-зал, музей, тренер һәм административ бүлмәләр.
- Октябрьский ҡалаһында боҙ һарайы, бассейн төҙөргә тейешбеҙ. Мәсәғүттә, Баймаҡта шулай уҡ яңы боҙ ареналары барлыҡҡа киләсәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республикала спортты үҫтереүгә ҡағылышлы яҙма менән дә уртаҡлашты.
“Минең хыялым – һәр бер ҙур ауылда спорт һарайы булдырыу. Унда тормош ҡайнарға, балалар спорт менән шөғөлләнергә, тренерҙар һәм һөҙөмтәләр булырға тейеш. Борай районының Борай ауылында ошондай спорт һарайы төҙөлөшөн тамамланыҡ.
Бөгөн Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Хасаевич Байсолтанов менән ошо физкультура-һауыҡтырыу комплексында булдыҡ.
Беҙ республикала бер үк мәлдә тиҫтәләрсә спорт объекты – бассейндар, боҙ һарайҙары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөйбөҙ. Киләсәктә лә был йүнәлештә алға табан барасаҡбыҙ. Балаларҙың шат йөҙҙәрен күреү – эшебеҙгә иң юғары баһа”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/radiyhabirov