Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Март 2023, 17:45

Беҙҙә быуаттан ашыу

karmaskaly_sport
Фото:karmaskaly_sport

Ҡырмыҫҡалы ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комп­лексында Башҡортостан Республикаһы XXV Уҡыусылар спартакиадаһы егеттәре араһында мини-лапта буйынса төбәк ярыштары булды.

Унда беренселекте Ҡырмыҫҡалы ауы­лындағы 2-се урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Ринат Яхин етәкселегендәге команда яуланы. Икенсе урынға – Нуриман, өсөнсөгә Иглин командалары сыҡты.

Рус лаптаһы ҙур популярлыҡ яулаған спорт төрҙәренең береһе һаналмаһа ла, республика­быҙҙа уның менән шөғөлләнеүселәр, хатта ил күләмендә призлы урын яулағандар байтаҡ.

Был үҙенсәлекле спорт төрөнөң төп маҡсаты – уйынсы юғарыға ырғытҡан тупты бита менән ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫҡараҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ә ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй йыйған команда еңеүсе була. Республикабыҙҙа был спорт төрө үткән быуаттың 30-сы йылдарында үҫешә һәм бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында киң тарала.

Рус лаптаһының бер төрө булған мини-лаптала бишәр кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларҙың берәүһе  һаҡлана, икенсеһе һөжүм итә.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: