Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Март 2023, 17:43

Яҡташыбыҙ Иранда ла һынатманы

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Тегеранда (Иран) “NOWRUZ GAH Fening Olympiad” фехтование турниры старт алды. Унда ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси беренселектә һәр төрлө ҡорал менән ярыштар үткәрелә.

Рапирасылар араһында турнирҙың бронза миҙалын яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина яуланы. Сирек финалда Өфө ҡыҙы Арина Камалетдинованы 15:5 иҫәбе менән еңде.

Әйткәндәй, Аделина Заһиҙуллина  Токиола уҙған XXXII йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙал яулағайны. Бынан тыш, ул – команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019 йылдар) һәм Европа чемпионы (шулай уҡ 2016, 2019 йылдар), Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза миҙал эйәһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры – Ольга Шагаева.

Өфө ҡыҙы фехтование менән 10 йәшенән шөғөлләнә башлаған. Башта 23-сө олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнгән, артабан спорт йүнәлешендәге 5-се республика спорт мәктәп-интернатында күнекмәләр үткәреүен дауам иткән.

Аделинаның хәләл ефете  Егор Попов – спортсының тренеры ла. Ул – спортта ғына түгел, тормошта ла ҡатынының ныҡлы терәк-таянысы.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: