22 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Za самбо” проекты координаторы Сергей Елисеев менән осрашты. Көн тәртибендә - төбәктә спорт көрәшен үҫтереү, Өфөлә самбо буйынса халыҡ-ара фестиваль үткәреү һәм республикала был спортсмендар өсөн форма етештереүҙе башлау.
Башҡортостан “Zа самбо” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Уға республиканың 19 мәктәбе ҡушылды, ә 2023 йылдың аҙағына тағы ла 10 мәктәп өҫтәләсәк. Бынан тыш, яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институты базаһында ошо спорт дисциплинаһы буйынса тренерҙар әҙерләй башлайҙар.
– Бөгөн беҙҙә Рәсәй төбәктәренән Башҡортостан тәжрибәһен таратыуға һорауҙар бар, - тип хәбәр итте Сергей Елисеев. - Һеҙ ҙур көрәш мәктәбен үткәнһегеҙ, уны аңлайһығыҙ. Республика тәжрибәһен нигеҙ итеп алабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 мартта Мәскәүҙә “Еңеү фәне” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчак Радий Хәбировтың Өфөлә 2024 йылдың ноябрендә халыҡ-ара самбо фестивален үткәреү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Киләһе йылда Өфөлә асыласаҡ Көрәш һарайы турнирҙың майҙансығы буласаҡ.
– Беҙ Өфөлә иң ҙур зал асасаҡбыҙ, унда чемпионаттар, төрлө спорт ярыштары, форумдар, фестивалдәр һәм башҡа ҙур саралар үткәрергә мөмкин буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Сергей Елисеев шулай уҡ 2024 йылда Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында самбо буйынса ҙур турнир ойошторорға тәҡдим итте. Башҡортостандың тупланған тәжрибәһе һәм үҫешкән спорт инфраструктураһы ярыштарҙы юғары кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/163493.html