Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Март 2023, 21:20

Афарин, Илеш ҡыҙы!

Донъя чемпионы йәнә барыһын да таң ҡалдырҙы: алтын миҙал яуланы!

Афарин, Илеш ҡыҙы!
Афарин, Илеш ҡыҙы!

Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Алһыу Миназева ишкәкле слалом буйынса “Точикистон слалом опен”  халыҡ-ара ярыштарында алтын миҙал яуланы.

Был хаҡта республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Ә ярыштар Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһынан йыраҡ булмаған Варзоб йылғаһында үткәрелә. Сарала Таиланд, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Һиндостан һәм Рәсәй спортсылары ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыу – Илеш районы Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майынан шөғөлләнә башлаған. Республика байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: