25-26 мартта “Павловка саңғы юлы” тип исемләнгән һигеҙенсе ғаилә фестивале үткәрелә.
Павловка паркына йәнә саңғы шыуырға яратҡан, сноубордингты, скиджорингты үҙ иткән спортсылар һәм спорт һөйөүселәр йыйыласаҡ.
Павловка саңғы юлы – һәр ваҡыт бик яҡшы итеп әҙерләнгән, үҙебеҙҙең ерлектә ойошторолған ярыштар. Иң мөһиме был – ғаилә, спорт һәм сәләмәтлек байрамы. Унда төрлө арауыҡҡа ҡаралған уҙыштар, уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шуға был сарала ҡатнашырға теләгәндәр Нуриман районына килә, ундағы тәбиғәт менән һоҡлана, Павловка һыу һаҡлағысы эргәһендә саңғы шыуа ала. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар өсөн бына тигән трассалар әҙерләнгән. Көйәрмәндәрҙе лә шәп бүләктәр уйнатылған конкурстар, музыкаль бүләктәр көтә.
Ярыштар программаһы:
* 5, 10 һәм 25 километр арауыҡҡа саңғы уҙыштары;
* балалар араһында саңғы старттары;
* скиджоринг (эттәр егеп уҙышыу);
* слалом: сноуборд һәм тау саңғыһы;
* биатлон буйынса оҫталыҡ дәрестәре.
Айһылыу НИЗАМОВА