Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Март 2023, 16:32

Шайморатовсылар сыҡты бәйгегә

Ете район вәкилдәре үҙ көсөн һынаны.

rakhmangulov_rk
Фото:rakhmangulov_rk

Стәрлебаш районында шайморатовсылар кластары араһында ГТО фес­тивале ойошторолдо.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ҡыш­ҡы фестивале зона этабында Ишембай, Күгәрсен, Кө­йөргәҙе, Мәләүез, Стәр­ле­баш, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарынан ете команда ҡатнашты. Был балаларҙың барыһы ла Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класта белем ала. Улар ме­нән бергә класс етәкселәре һәм хәрби кураторҙар килгәйне.

Стәрлебаш районы хаки­миәте башлығы Рөстәм Рах­манғолов сарала ҡатнашҡан шайморатовсыларҙы сәләмләне.

– Бөгөн спорт һәм физ­куль­тура илебеҙҙең йәш быуын вәкилдәре өсөн мотлаҡ күренешкә әүерелә бара. Спорт аша кеше шәхес бу­ла­раҡ үҫешә, Тыуған илен яра­тырға, сәләмәт тормош алып барырға өйрәнә, – тине Рөстәм Камил улы.

Шайморатовсылар ГТО нормативтарын “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә тапшырҙы. Улар оҙонлоҡҡа һикерҙе, турникта күтәрелде, йөҙөп күрһәтте, электрон ҡо­ралдан атып та ҡараны һәм башҡа физик норма күнек­мәләрен башҡарҙы. Фести­вал­дең икенсе өлөшө Стәр­лебаш ауылындағы саңғы базаһында ойошторолдо. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ике километр арауыҡта саңғыла уҙышты.

Ярыш һөҙөмтәләренә кил­гәндә, беренсе урынды стәрлебаштар, икенсене – күгәрсендәр, өсөнсөнө мәләүездәр яуланы.

Шәхси беренселектә ҡыҙ­ҙар араһында өсөнсө урынға Камилла Сурикова, икенсене – Динә Йәлмәмбәтова (икеһе лә Күгәрсен районынан), беренсегә Гүзәл Гә­рә­ева (Стәрлебаш районы) сыҡты. Егеттәр араһында Булат Ғатауллин (Стәр­ле­баш районы) – беренсе, Рус­лан Баязитов (Мәләүез районы) – икенсе, Динияр Мерә­ҫов (Стәрлебаш районы) беренсе урынға сыҡты.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: