Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Март 2023, 16:33

Урал дан яулауын дауам итә

vk.com/minsport_rb
Фото:vk.com/minsport_rb

Урал Хәсәнов 2021 йылда 15 йәшендә генә шахмат композицияларын сисеү буйынса донъя чемпионы исемен яуланы.

Егет Салауат ҡалаһында тыуған. Математика буйынса Гагарин исемендәге кубокка республика олимпиадаһында ике тапҡыр беренсе урынға сыҡҡан, шулай уҡ физиканан, һыҙманан да яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Ике йыл рәттән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы стипендиаты булған. Былтыр республикабыҙ спортсыһы Урал Хәсәнов Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уңышлы сығыш яһаны. Ул Фуджейра ҡалаһында ойошторолған донъя чемпионатында шахмат ярыштарында бик юғары ҡаҙанышҡа өлгәште. Йәш  шахматсы бер юлы ике йәш категорияһында ике көмөш миҙал яуланы. Шулай итеп, ул өлкәндәр һәм 23 йәшкә тиклемгеләр араһында шахмат композициялары яһау буйынса икенсе урынға лайыҡ булды.

“Толпар” шахмат клубы спортсыһы Урал Хәсәнов (тренеры – Андрей Селиванов) Рәсәйҙең шахмат композицияһы буйынса чемпионатында бронза миҙал яуланы. Ул 71 мәрәй тупланы һәм илдең был спорт төрө буйынса яңы чемпионы, Санкт-Петербургтан 24 йәшлек гроссмейстер Алексей Поповтан һәм Мәскәүҙән икенсе урынға сыҡҡан Данила Павловтан бер нисә балға ғына артта ҡалды.

16 йәш кенә булһа ла, Урал Хәсәнов Рәсәйҙәге иң шәп оҫталарҙың береһе һанала. Сираттағы ярыштар ҙа яҡташыбыҙҙың һәләтле һәм киләсәге ҙур булған спортсы икәнлеген раҫланы.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: