Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
25 Март 2023, 21:00

Ҡаҙмашта - спорт байрамы

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбендә йыл һайын өҫтәл теннисы, пневматик винтовканан атыу буйынса һәм саңғы йөрөү буйынса спорт ярыштары үтә

Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы

Ҡасандыр ошо мәктәптә белем алған уҡыусылар - бөгөн районда билдәле шәхестәр, үҙ приздарына спорттың төрлө төрҙәре буйынса ярыш үткәрә. СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына саңғы, хеҙмәт ветераны Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы һәм Эске эштәр органдарының почетлы ветераны Хөснитдин Ғәниев призына пневматик винтовканан атыу буйынса спорт ярыштарында  район спортсылары ғына түгел, хатта башҡа райондан ҡатнашыусылар була. Быйыл да ойоштороусылар йылдар буйы һаҡланып килгән изге традицияға тоғро ҡалды һәм Ҡаҙмаш урта мәктәбендә ҙур бәйге үтте.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе Мәҙинә Ибраһимова белдереүенсә, был спорт сараһы йәш быуынды сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа йәлеп итеүҙә, мәктәптең данлы традицияларын тергеҙеүҙә, ауылдың шәхестәрен күтәреүҙә, атайсалдары һәм  мәктәптәре, унда белем алған уҡыусыларына ҡарата ғорурлыҡ хисе уятыуҙа ҙур тәрбиә эше булып та тора.

"Ауыл халҡы ла был ярышты көтөп ала, райондан тыш ҡатнашырға теләк белдереүселәр йылдан-йыл артыуы ла спорт сараһына оло мәртәбә өҫтәй. Мин йыл һайын өҫтәл теннисы буйынса ҡатнашыусыларға, еңеүселәренә, уларҙың тренерҙарына шәхсән бүләктәремде әҙерләйем", - ти ул.

Әйткәндәй, быйыл өҫтәл теннисы буйынса ярыш XII тапҡыр үтте. Мәктәп уҡыусылары араһында Һамарҙан Нәзир Ҡунаҡҡолов, Таштуйҙан Айгөл Изибаева беренсе урында алһа, ололар араһында Магнитогорск ҡалаһынан Нураниә Нәбиуллина менән Асҡарҙан Мансур Кәримов яуланы. Тамырҙары Ҡаҙмаш ауылына тоташҡан  Свердловск өлкәһендә йәшәгән Миҙхәт Ғайсин (әйткәндәй, ул йыл һайын ярыштан ситтә ҡалмай) яҡшы уйын күрһәтеп, миҙалдар һәм ойоштороусынан иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

Пневматик винтовканан атыу буйынса уҡыусы балалар араһында  Данис Шәмсетдинов (Таштуй), Эльза Бәҙретдинова (Күсем руднигы), Миләүшә Хәлилова (Рауил) һәм Ғәлим Мортазин (Амангилде) беренсе урындарҙы яуланы.

 СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына саңғы ярыштары быйыл XXIII тапҡыр ойошторола. Төрлө арауыҡтағы дистанцияла беренсе урындарҙы Лиана Суфьянова (Ҡаҙмаш), Тамерлан Байтурин (Әбделмәмбәт), Диана Нарынбаева (Әбделмәмбәт), Арсен Ишмөхәмәтов (Рауил), Айлина Йәһүҙина (Амангилде), Вилүр Әлибаев (Әбделмәмбәт), Айгүзәл Зияева (Ҡаҙмаш), Ансар Ильясов (Әбделмәмбәт), Илшат Сафин (Әбделмәмбәт), Фәриҙә Биҡҡужина (Ҡаҙмаш), Салауат Ҡаһарманов (Ҡаҙмаш), Лиза Исҡужина (Әбделмәмбәт), Миләүшә Хәлилова (Рауил), Хәйҙәр Мөхәметдинов (Рауил), Риф Ғиззәтов (Асҡар) яуланы.

 Командалар иҫәбе буйынса беренселекте - Ҡаҙмаш мәктәбе, икенсе урынды Әбделмәмбәт мәктәбе һәм өсөнсөлөктө Амангилде мәктәбе командалары алды.

Спорт ярышында ҡатнашыусыларға мәктәп коллективы һәм ойоштороусылар тарафынан йылы аш ойошторолдо. Сара барыһының да кәйефтәрен күтәрҙе, саңғы миҙгелен ябыу сараһы ла булды.

Фото: Ласын Усманов.

Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: