Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
26 Март 2023, 22:00

Үҙен ҡатын-ҡыҙ тип танытып, еңеү яулаған

Бокс буйынса донъя чемпионатында яҡташыбыҙ Азалия Әминева еңелгәйне. Ә бөгөн шаҡ ҡатмалы яңылыҡ еткерҙеләр: баҡтиһәң...

Үҙен ҡатын-ҡыҙ тип танытып, еңеү яулаған
Үҙен ҡатын-ҡыҙ тип танытып, еңеү яулаған

Әлеге ваҡытта Һиндостанда ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса донъя чемпионаты бара. Унда Башҡортостан спортсылары ла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яҡташыбыҙ Азалия Әминева финалдың 1/8 өлөшөндә еңелде.

Һәм бына бөгөн республикабыҙҙың бокс федерацияһы матбуғат хеҙмәте был турала яңылыҡ белдерҙе. Баҡһаң, Азалия халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатын-ҡыҙҙан түгел, ә... трансгендерҙан еңелгән. Ул - Алжир спортсыһы Иман Хелиев. Бәйгенән һуң судьяларҙың тауышы бүленгән һәм еңеү уға бирелгән. Тик бына ярыштан һуң ДНК-тест үткәргәс, әлеге "ҡатын"дың тыумыштан ир кеше булғаны асыҡланған.

Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев хәбәр итеүенсә, ДНК-тестарҙан һуң ошолай алдарға тырышҡан бер нисә спортсыны ярыштарҙан ситләштергәндәр.

Шуныһы йәл, уйындар кире үткәрелмәйәсәк, һөҙөмтә шул килеш ҡаласаҡ.

Фото: ufa-town.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: