Спорт һәм туризм
29 Марта 2023, 17:20

"Барыһын да саҡырам..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

"Барыһын да саҡырам...""Барыһын да саҡырам..."
"Барыһын да саҡырам..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Өфөләге Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәгендә беренсе ҙур ярыштар бара. Рәсәйҙең 12-13 йәшлек малайҙары һәм 11-12 йәшлек ҡыҙҙары араһында спорт гимнастикаһы буйынса беренселек бара.

Ҡатнашыусылар – Рәсәйҙең 42 ҡалаһынан 100-гә яҡын кеше. Ярыштар шәхси күпбәйге һәм айырым дисциплиналар буйынса үткәрелә.

Барлығы 12 награда уйнатыла. Улар 2 апрелгә тиклем дауам итә.

Барыһын да саҡырам.

Башҡортостанда йәлеп итеү үҙәктәренең барлыҡҡа килеүенә шатмын. Уларҙа ошондай ҙур сараларҙы үткәрергә мөмкин. Тиҙҙән улар күбәйәсәк”.

Сығанаҡ, видео: vk.com/radiyhabirov.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас