

"Кисә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбенең спорт залында Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командалары араһында республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялары лауреаты Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол ярыштары уҙғарылды.
Сараны ойоштороусы һәм бағыусылары булып Зөһрә Фәйзуллинаның яҡын туғандары сығыш яһаны. Ҡаҙмаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы (етәксеһе - Рәсимә Мәхмүтова) уйынсыларға өҫтәл әҙерләүҙә һәм ашатыуҙа ярҙамсы булды. Уйындарҙа бөтәһе туғыҙ ауылдан 10 команда ҡатнашты. Сараны асыу тантанаһында Ҡаҙмаш ауылының "Илекле ҡыр" вокаль ансамбле Зөһрә Фәйзуллинаның йырҙарын башҡарҙы. Һуңынан яҡын туғандары исеменән бер туған ҡустыһы Йәмил Фәттәхов, уның ҡатыны - уҡытыусы Ғәйниә Фәттәхова, Ҡаҙмаш мәктәбенең уҡытыусы-ветераны Фирүзә Сафина, район хакимиәте социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Хәкимова, район йәмәғәт палатаһы ағзаһы Таңһылыу Ирғәлина, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина һәм башҡа уны яҡын белгәндәр яҡты хәтирәләре һәм һүҙҙәре менән иҫкә алды, командаларға изге теләктәрен еткерҙе.
Уйындар бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы, әммә еңеү һәм еңелеү бер үк кимәлдә - тик яҡты һәм йылы күңел менән ҡабул ителде. Сөнки сара барышында Зөһрә апайҙың рухы һәр кемдең күңеленә үтеп ингән кеүек тойолдо.
Районыбыҙҙың нәзәкәтле, йыр-моңға күңелен биреп, йән йылыһын өләшкән, изге күңелле, бөйөк һәм ябай, ысын мәғәнәһендә йөҙөк ҡашы булған Зөһрә апай Фәйзуллинаның рухы күтәрелеп, шатланып ҡайтҡандыр тип ышанғы килә. Матур сараны ойоштороусы Фәйзуллиндарға, Фәттәховтарға, Амангилде ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Венера Мансуроваға, Ҡаҙмаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Рәсимә Мәхмүтоваға, уйында ҡатнашырға килгән Әлмөхәмәт, Байым, Ҡушый, Хәмит, Шәрип, Боранғол, Рысҡужа, Мәйғәште, Ҡаҙмаштан ике команда уйынсыларына һәм Ҡаҙмаш мәктәбе администрацияһына ошо сараны ойошторған һәм үткәргән, ҡатнашҡан өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Артабан да спортты, сәләмәт тормошто алға ҡуйып, ауылдарҙың тормошон йәнләндереп йәшәргә яҙһын. Ныҡлы һаулыҡ, изгелектәр, уңыштар теләйбеҙ. Райондан сыҡҡан шәхестәребеҙҙең халыҡҡа өләшкән һәм күрһәткән хеҙмәте бер ҡасан да онотолмаһын, иҫтәлектәр булып быуындарға күсеп барһын!" - тип хәбәр итә Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Элиза Ҡунафина.
Фото һәм сығанаҡ: Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы сайтынан.