Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Апрель 2023, 17:40

Спортҡа иғтибар арта

«Бизнес-спринт» проекты сиктәрендә Башҡортостанға бер миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Спортҡа иғтибар арта
Спортҡа иғтибар арта

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 28 февраленән 1 мартына тиклем Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» күргәҙмәһе барышында «Бизнес спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль программаһы сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында тәүге концессия килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған.

 «2022 йылда спорт тармағын финанслауға 7 миллиард һум йүнәлтелгән. «Бизнес-спринт» проекты сиктәрендә 4 спорт объектын төҙөү өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иттек. Был - Рәсәйҙә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров.

Мәҫәлән, республикабыҙ «Бизнес-спринт» проекты буйынса яңы спорт объекттары төҙөүгә федераль бюджеттан 748 миллион һум аласаҡ. Ул дәүләт-шәхси партнерлыҡты күҙ уңында тота - төҙөлөшкә 150 миллион һумдан ашыу аҡсаны инвесторҙар һаласаҡ һәм ҡалған сумманы республика бюджеты өҫтәйәсәк.

Федераль финанслау ярҙамында түбәндәге йорттар төҙөләсәк:

- Өфө ҡалаһында - Дим биҫтәһендә «Бал» универсаль спорт комплексы;

 - Нефтекама ҡалаһында - йөҙөү бассейны һәм уйын залы булған спорт үҙәге;

 - шулай уҡ Өфө ҡалаһында - ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2022 йылда «Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында «аҡыллы» күп функциялы спорт майҙансығы урынлаштырылған, Өфө ҡалаһында 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында монтажды тамамлау күҙаллана. Баймаҡтағы «Труд» стадионында капиталь ремонт үткәрелгән. Ете ГТО майҙансығы булдырылған (Бөрө, Өфө, Дәүләкән, Ауырғазы, Мәсетле, Мишкә, Йылайыр).

Бынан тыш, республикала «Ауыл тренеры» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала 2020 йылда башланды. Башҡортостан Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проекты уңышлы тормошҡа ашырылған тәүге төбәк булды.

- Ошо проект ярҙамында 104 ауыл тренерына 600 мең һумлыҡ (2022 - 50, 2021 - 20, 2020 - 34) түләүҙәр менән ярҙам иттек. Быйылдан алып түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә. Илдә был тәжрибә иң яҡшыһы тип танылды. Хәҙер уны илдең 20-нән ашыу төбәгендә ҡулланалар, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Һис шикһеҙ, һәр спортсының уңышы тренерға һәм остазға бәйле. Эш һөйөүсәнлек һәм ынтылышһыҙ һәләт тә, тренерһыҙ спортсы ла йәшәй алмай. Республикабыҙ илебеҙҙә «Ауыл тренеры» программаһын ҡабул итеүсе бер нисә субъект иҫәбендә беренсе. Ул республика райондарына йәш һәм тәжрибәле тренерҙарҙы йәлеп итеүгә иҫәпләнгән. 2023 йылда тағы 55 тренерға 1 миллион һум күләмендә түләү ҡаралған, - тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: