Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Апрель 2023, 15:30

Асҡында тренажер залы асылған

Залға 22 көс тренажеры, кардиоҡоролма ҡуйылған. Был айҙа тағы ла яңы спорт ҡорамалы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр ителә.

Асҡында тренажер залы асылған
Асҡында тренажер залы асылған

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район үҙәгендәге “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә яңы тренажер залы барлыҡҡа килгән. Был дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдың май айындағы указына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – “Демография”ның (национальный проект “Демография”) “Спорт – тормош ҡағиҙәһе” йүнәлешенә ярашлы тормошҡа ашырылған. Залға 22 көс тренажеры, кардиоҡоролма ҡуйылған. Был айҙа тағы ла яңы спорт ҡорамалы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр ителә.

Тренажер залын йыһазландырыуға 2,4 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Үҙәктә киләсәктә саңғы базаһы һәм тир булдырыу ҙа күҙаллана. Быйыл капиталь ремонт үткәреү ҙә ҡаралған.

“Батыр”республиканың төньяғындағы ҡеүәтле спорт комплексына әүерелергә тейеш, тип билдәләй район хакимиәте етәксеһе Д. Йосопов.

Фото: askino.info

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: