Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Апрель 2023, 18:15

Был йәһәттән лидерҙарҙың береһебеҙ

Республика туристар ағымы, туризм өлкәһендә күрһәтелгән  түләүле хеҙмәттәр күләме, курорттарға ихтыяж буйынса – тәүге өс төбәк араһында. 

Был йәһәттән лидерҙарҙың береһебеҙ
Был йәһәттән лидерҙарҙың береһебеҙ

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округында туризм өлкәһе күрһәткестәре буйынса лидерҙарҙың береһе. Республика туристар ағымы, туризм өлкәһендә күрһәтелгән  түләүле хеҙмәттәр күләме, курорттарға ихтыяж буйынса – тәүге өс төбәк араһында.

- Туризм өлкәһе үҫеше мәсьәләләренә етди иғтибар бүләбеҙ. Бөгөн дөйөм инвестициялар күләме 30 миллиард һумдан ашҡан 300 тирәһе инвестиция проектын эшләйбеҙ. Һөҙөмтәлә былтыр Башҡортостанға ике миллион тирәһе кеше килде. Туризм өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр күләме 25 процентҡа артты һәм 13,5 миллиард һумға етте, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

2022 йылда туризм үҫешенә дәүләт ярҙам итеүе дөйөм суммаһы 464,4 миллион һум тәшкил итте, шул иҫәптән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын тормошҡа ашырыуға  77,7 миллион һум аҡса бүленде, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Милли проектҡа ярашлы, мәктәп туризмы программаһы тормошҡа ашырылды. Һөҙөмтәлә 5-9 класс уҡыустарҙа белем алған 11 меңдән ашыу уҡыусы тыуған крайҙа сәйәхәт итә һәм күренекле урынлар менән таныша алды.

Туристар 640 тирәһе ҡунаҡхана, шифахана, профилакторий, глэмпинг һәм башҡа урындарҙа ял итте.

2022 йылда Башҡортостанда яңы 30 глэмпинг асылды һәм уларҙың һаны 63-кә етте. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарҙарға аукционһыҙ ер участкалары бирелде.

Сирҙәрҙе иҫкәртеү, дауалау буйынса беҙҙә 56 санаторий эшләй.

- Милли проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы, туризм үҫешенә 550 миллиондан ашыу һум аҡса йәлеп итәсәкбеҙ. Кемпингтарҙы һәм автокемпингтарҙы төҙөүгә, пляждарҙы һәм туристик маршруттарҙы ойоштороуға, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә уңайлы туристик мөхитте булдырыуға йүнәлтелгән 60-тан ашыу проектты тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20597/

Фото: evg-crystal.ru

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас