

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рима Баталованың IX «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһының почетлы ҡунаҡтары менән осрашты. Премия Паралимпия спортын үҫтереүгә булышлыҡ иткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле спортсыларға, шулай уҡ тренерҙарға һәм бағыусыларға бирелә.
Осрашыуҙа оҙонлоҡҡа һикереү буйынса Олимпия чемпионы Татьяна Лебедева, биатлон буйынса донъя чемпионы Антон Шипулин, фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионы Елизавета Туҡтамышева, Рәсәй Конькиҙа фигуралы шыуыу Федерацияһының генераль директоры Александр Коган, Рәсәй тележурналисы Тимофей Баженов һәм башҡа билдәле физкультура һәм спорт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
«Милләт йәшлеге» йәмәғәт наградаһы 2014 йылда булдырылған. Номинациялары төрлө. Награданың башлаусыһы Рима Баталова билдәләүенсә, премия Башҡортостандың спорт брендтарының береһенә әүерелде, спорт йәмәғәтселегенең, ата-әсәләрҙең юғары баһаһын алды.
- Премия бик мөһим. Рима Аҡбирҙе ҡыҙына был йүнәлештә әүҙем эшләүе өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, - тине Р. Хәбиров. - Өфөлә уның исемен йөрөткән Спорт әҙерлеге буйынса республика үҙәге бар. Әле унда тотош спорт кластеры формалаштырабыҙ.
Радий Хәбиров республикала 120 төр спорт төрө үҫтерелеүе тураһында һөйләне. Башҡортостан спорт ҡоролмалары һаны буйынса илдә икенсе урында тора.
Республика Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Гран-приҙың бер этабын, быйыл декабрҙә биатлон буйынса Берҙәмлек Кубогын үткәрергә, тигән тәҡдимен хупланы.
glavarb.ru