

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Мәктәп туризмы” программаһында ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмөн баш ҡаланың ихлас ҡаршылауын белдерҙе.
“Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ! Стәрлетамаҡ районынан 45 бала бөгөн Өфөгә экскурсияға килде. Улар – 2023 йылда “Мәктәп туризмы” программаһының тәүге ҡатнашыусылары.
Балалар өсөн Өфө һәм Башҡортостан тарихына, республиканы данлаған билдәле кешеләргә арналған махсус тарихи-патриотик маршрут әҙерләнде. Сәйәхәт Совет майҙанынан һәм легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленән башланды.
“Мәктәп туризмы “ – федераль программа. Былтыр беҙ пилот төбәге булдыҡ, яҡшы һөҙөмтә күрһәттек. 2023 йылда федераль бюджеттан күберәк аҡса алдыҡ – 188,7 миллион һум. Тағы ла 75,5 миллион һум – республика бюджетынан.
Һөҙөмтәлә йыл аҙағына тиклем төбәк буйынса сәйәхәткә 38 меңгә яҡын 5-9-сы класс уҡыусыларын йәлеп итә алабыҙ.
Беҙҙең республика – мауыҡтырғыс тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары, бай һәм төрлө тәбиғәте, тау, дала һәм урмандары булған ҙур төбәк. Барлыҡ ата-әсә лә балалары менән сәйәхәткә сығып китә алмай, мәҫәлән, Хәйбулла районынан Белоретҡа йәки Балаҡатайҙан Өфөгә.
“Мәктәп туризмы” бындай мөмкинлекте бирә. Туҡланыу, йәшәү, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре – быларҙың барыһы ла сәйәхәткә инә, ата-әсә өсөн бөтөнләй бушлай. Бына тигән проект, ул балаларыбыҙға Башҡортостанды күберәк белергә ярҙам итәсәк.
Фото: VK.com.