

Нефтекамала яңы спорт комплексына нигеҙ һалынды.
Унда йөҙөү бассейны һәм уйын залы буласаҡ. Был спорт комплексының быйыл декабрҙә асылыуы көтөлә. “Амфибия” тип исемләнгән был объект былтыр “Бизнес-спринт” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылған дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында концессия килешеүҙәре проекттары араһында еңеү яулаған. Һөҙөмтәлә төҙөлөш өсөн 269,653 миллион һум күләмендә федераль грант яуланған. Майҙаны дүрт мең квадрат метр булған спорт комплексының инвесторы – “НефтеГазСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Белеүебеҙсә, “Бизнес-спринт” проектына ярашлы, Башҡортостанға бер миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. 2023 йылдың 28 февраленән 1 мартына тиклем Мәскәүҙә “Беҙ бергә. Спорт” күргәҙмәһе барышында “Бизнес спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль программаһы нигеҙендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында тәүге концессия килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. Республикабыҙ был проект буйынса яңы спорт объекттары төҙөүгә федераль бюджеттан 748 миллион һум аласаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА