Спорт һәм туризм
20 Апрель 2023, 17:08

Депутаттар ҙа үҙ көсөн һынаны

vk.com/rakhmangulov.ruvk.com/rakhmangulov.ru
Фото:vk.com/rakhmangulov.ru

Урындағы үҙидара көнө алдынан Стәрлебаш ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре араһында Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-һауыҡтырыу комплексы фестивале ойошторолдо. 

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм депутаттар спорт күнекмәләрен эшләне һәм үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар, үҙҙәренең йәш категорияларына ярашлы, төрлө физик күрһәт­кестәр буйынса тест үтеп кенә ҡалманы, яҡшы кәйеф һәм дәрт-көс тупланы. 


Әйткәндәй, бынан өс йыл элек Стәрлебаш балалар һәм үҫмер­ҙәр спорт мәктәбе билә­мәһендә ГТО нормативтарын тапшырыуға үҙал­лы әҙерләнеү өсөн урам майҙан­сығы булдырылғайны. Унда ҡуйыл­ған ҡоролмаларҙа стәрлебаштар нормативтарҙы тапшырыуға әҙер­ләнеп кенә ҡалмай, бушлай физик күнек­мәләр ҙә эшләй. Тимәк, сәлә­мәт тормош алып барыуға тағы бер аҙым яһала.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас