Спорт һәм туризм
20 Апрель 2023, 17:07

Ринаттың еңәсәгенә ышаныс ҙур

“Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындарында үҙ көсөн һынаясаҡ Ринат Ҡадиров – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Ул – Рәсәйҙең дзюдо, самбо буйынса спорт мастеры. Спортсы насар ишеткәндәр араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында бронза (2009), көмөш миҙал (2014) яулаған. Ринат Ғаяз улы шулай уҡ  күп тапҡыр Рәсәй, донъя, Сурдлимпия уйындары, Европа чемпионы.

 Ринат Ҡадиров Физик культура институтының өсөнсө курсында белем алғанда насар ишеткәндәр араһында Көнсығыш алыштары буйынса XIV донъя чемпионатында еңеп сыҡҡан һәм дзюдо буйынса халыҡ-ара класс спорт мастеры нормативтарын үтәгән. Был ярыштар Венесуэлала үткәрелгән. Ул ваҡытта Стәрлетамаҡтағы дзюдо мәктәбе, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Зубковтың тәрбиәләнеүсеһе  90 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә үҙ көсөн һынаған.

Ринат Ҡадиров – 2009 йылдан алып Рәсәйҙең йыйылма команда составында. 2013 йылда Болгарияның София ҡалаһында үткәрелгән Сурдлимпия уйындарында шәхси һәм командалар араһындағы ярыштарҙа берәр алтын миҙал яулағайны. Тағы ике йылдан Ереван ҡалаһында ойошторолған Европа чемпионатында алтын миҙалға лайыҡ булды. Тағы дүрт йылдан һуң Бельгияла үткәрелгән ошондай уҡ ярыштарҙа шәхси беренселектә  –  икенсе, команда составында беренсе булғайны, 2017 йылда Төркиәлә  шәхси беренселектә иһә – алтын, ә ил командаһы составында көмөш миҙал яуланы.  Ике йыл элек Францияның Версаль ҡалаһында һаңғырауҙар араһында дзюдо буйынса донъя чемпионатында ир-егеттәр араһында 90 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Ринат Ҡадиров икенсе урынға сыҡты.

Бөгөн Ринат Өфөлә Сурдлимпия уйындарына әҙерләнә. Хәҙер уның тренеры – Рәсәйҙең дзюдо буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Валентин Пегов. Ул – Башҡортостан дәүләт аграр универси­тетының (Ринат Ҡадиров ошо юғары уҡыу йортон да тамамлаған. – А.Н.) тренер-уҡытыусыһы, Рәсәйҙең Сурдлимпия командаһы тренеры. Ул Өфө районының Рус Юрмашы ауылында тыуып үҫкән.

Белгестәр әйтеүенсә, дзюдо – техник йәһәттән ҡатмарлы ғына спорт төрө. Шуға уның менән шөғөлләнгән спортсы ныҡышмал, сәмсел, сабыр һәм маҡсатлы булырға тейеш. Тағы был – “аҡыллы” спорт төрө, йәғни ярыш ваҡытында физик әҙерлек менән бергә аҡыл менән эш итеү ҙә мөһим. Ошо сифаттарҙың барыһы ла Ринат Ҡадировҡа хас.

– Спортсыларҙың төрлө ярыштарҙа үҙен даими һынап ҡарауы мөһим. Әле Өфөлә үткәреләсәк Сурдлимпия уйындарына әҙерләнәм, – ти республикабыҙ спортсыһы. 

Яҡташыбыҙға мәртәбәле ярыштарҙа уңыштар телә­йек. Тыуған ереңдә үткәргән спорт бәйгеһендә алтын миҙал яуларға яҙһын! Спортсы өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән?!

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас