Спорт һәм туризм
20 Апрель 2023, 17:12

Сағыу халыҡ-ара спорт сараһы буласаҡ

Быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары була. Ярыштарҙа 2,3 меңдән ашыу атлеттың ҡатнашыуы көтөлә.

Илебеҙҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ дәүләттәрҙән спортсылар 21 дисциплинала миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Улар өсөн ярыш тәжрибәһен һаҡлау маҡсатында әлеге күләмле ярыштарҙы үткәреү бик мөһим.

Әйткәндәй, Башҡортостанда сурдлимпия уйындарының 14 йүнәлеше үҫешкән, шуларҙың 11-е – йәйге спорт төрө. Беҙҙең вәкилдәр бадминтон, дзюдо, каратэ, тхэквондо, спорт ориентиры, йөҙөү, атыу, шашка, шахмат буйынса алдын­ғылыҡты бирмәй.

“Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары алты майҙансыҡта үтәсәк, улар араһында иң ҙурҙары – Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге, “Динамо” спорт комплексы һәм Спорт һарайы. Уйындарҙы асыу танта­наһын “Өфө-Арена”ла уҙғарыу күҙаллана.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һаулыҡ мөмкин­лектәре сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнеү­селәр йылдан-йыл күбәйә, тулы ҡанлы тормошта йәшәй. Уларға рух көсө һәм ныҡлы ихтыяр, ҡыйыулыҡ һәм һәләт кеүек сифаттар хас. Сираттағы уйындар ҙа спортсыларҙың һәм спорт һөйөү­селәрҙең күңелендә иң сағыу ярыш­тарҙың береһе булараҡ хәтерегеҙҙә ҡалыр, тигән өмөттәбеҙ.

Ирекмән булырға теләйһегеҙме?

Рәсәйҙә һәм дуҫ илдәрҙә һаңғырауҙар спортын лайыҡлы үҫтереү һәм ойоштороу күп ғәмәлдәргә бәйле. Уларҙың береһе – ирекмәндәр ярҙамы. Уйындарҙы лайыҡлы үткәреү өсөн ирекмән­дәрҙе әҙерләү ҙә бик мөһим.

Унда ҡатнашыусыларҙың береһе –Ольга Вячеславовна Шевнина. Ул – Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Баш­ҡортостан буйынса бүлексәһенең беренсе ҡатын-ҡыҙ рәйесе, Рәсәйҙең хок­кей буйынса атҡаҙанған тренеры Вячеслав Шевниндың ҡыҙы. Уның коман­да­һы ярыштарҙы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Түбәндәге платформала “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындарында ирекмән булып теркәлергә мөмкин:

Добро.ру: https://dobro.ru/event/10314495

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас