Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Апрель 2023, 18:15

Азалияға уңыштар теләйек!

Сара  Каракас ҡалаһында бара

Азалияға уңыштар теләйек!
Азалияға уңыштар теләйек!

Яҡташыбыҙ Азалия Әминева Венесуэлала үткәрелгән V Боливариан (ALBA) ярыштарына Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында ҡатнаша. Сара  Каракас ҡалаһында бара. 22 апрелдә сараны асыу тантанаһында Рәсәй командаһы милли флаг менән сыҡты.

Азалия Әминева Һиндостандың Нью-Дели ҡалаһында бокс буйынса донъя чемпионатында Беларусь Республикаһынан Арина Данильчик менән алышта еңеү яулағайны. Артабан Алжирҙан Иман Хелив менән осрашып еңелеүгә дусар булғайны. Ә аҙаҡ уның трансгендер икәнлеге асыҡланғайны.

Программала – спорттың 40-тан ашыу төрө. Улар иҫәбендә - еңел атлетика, бокс, футбол, баскетбол һәм башҡалар.

Фото: sport.sevastopol.su

Азалияға уңыштар теләйек!
Азалияға уңыштар теләйек!
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас