Спорт һәм туризм
28 Апрель 2023, 08:23

Яҙмышын үҙе әүәләгән

Һәр еңеү көс-ышаныс өҫтәй.

badm-ufa.ru.badm-ufa.ru.
Фото:badm-ufa.ru.

Спортсыларыбыҙ быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә үткәреләсәк “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындарына ентекле әҙерләнә.

Исемлектә һаңғырауҙар араһында бадминтон буйынса атҡаҙанған спорт мас­теры Карина Хәкимова ла бар. Ул – 15 йәшенән алып Рәсәйҙең ошо спорт төрө буйынса йыйылма командаһы составында.

Карина Рәсәй беренселектәрендә төрлө разрядтар буйынса еңеү яулаған, 2017 йылда Йәйге сурдлимпия уйындарында команда иҫәбендә көмөш миҙалға лайыҡ булған. 2018 йылда Европа чемпионатында команда иҫәбендә һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында – ике алтын, шәхсән ярыштарҙа көмөш һәм ҡушма парҙар разрядында бронза миҙал хужаһы булған. Тағы бер йылдан һуң донъя чемпионатында команда иҫәбендә – алтын, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡушма парҙар араһында көмөш миҙалға лайыҡ булған.

Карина биш йәшенән теннис буйынса күнекмәләргә йөрөгән, ә һигеҙ йәшендә, ике туған апаһына эйәреп, бадминтон менән шөғөлләнә башлаған. Ул ваҡытта насар ишеткәндәр өсөн айырым күнекмәләр үткәрелмәгән, дөйөм төркөмдә ҡатнашҡан.

Барыһы ла еңел бирелмәгән, әлбиттә. Хәҙер генә күптәр уны билдәле спортсы, Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе булараҡ яҡшы белә. Был ваҡыт эсендә ҡыҙҙың тренеры Эдгар Щербий ҙа аралашыу еңел булһын өсөн ым-ишара телен, бигерәк тә спортҡа ҡағылышлы терминдарҙы өйрәнгән. Остаз менән уҡыусының үҙ-ара аңлашып күнекмәләр үткәреүе – төп уңыш нигеҙе.

Өфөлә беренсе тапҡыр үткәрелгән Сурд­лимпия уйындарында Карина Хәкимова Рәсәйҙең бадминтон буйынса йыйылма командаһының беренсе составында өс дисциплина буйынса үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ, тағы микст һәм парлы разрядтарҙа Мәскәү спортсылары менән берлектә ярышасаҡ. Бынан тыш, ул май башында – Свердловск өлкәһендә насар ишеткән спортсылар араһында Бөтә Рәсәй ярыштарында, ә унан һуң ил чемпионатында үҙ көсөн һынаясаҡ.

...Өфөлә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша башлаған ҡыҙға тыуған ҡалаһында яуланған беренсе еңеү һәм артабан Рәсәй, донъя күләмендәге һәр турнирҙа ҡатнашыу, уларҙа алдынғы урындар яулау ышаныс-көс өҫтәй. Иң мөһиме – ҡыҙ яҙмыш һынауҙарын еңә алған, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас