Спорт һәм туризм
12 Май 2023, 12:47

Ике меңдән ашыу кеше йүгерҙе

gtrk.tvgtrk.tv
Фото:gtrk.tv

Өфөлә еңел атлетика буйынса эстафета уҙҙы. Сара Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналды.

Бөйөк Еңеүҙең 78-се яҙын ҡаршыланыҡ. Ошо айҡанлы Өфөлә үҫеп килгән йәш быуынға хәрби-илһөйәрлек тәрбиә биреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән Еңеү көнөнә арналған еңел атлетика буйынса 74-cе эстафета ойошторолдо.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр ителеүенсә, унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында барлыҡҡа килгән йола бөгөн дә йәшәй. Еңел атлетика хәрә­кәтенә төрлө йәштәге әүҙем кешеләр ҡушыла, – тип яҙған Рат­мир Рәфил улы. – Был тәү сиратта – Тыуған илен һаҡлаған геройҙарға дан йырлау. Өфөләге күп быуын вәкилдәре эстафетаға сыҡты һәм сығасаҡ”.

Стартҡа төрлө мәктәп, колледж, техникум, вуз, үҫмерҙәрҙең спорт клубтары, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре баҫты.

Был сара Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла ойошторолдо. Һуғыш, хеҙмәт, спорт ветерандары һәм башҡа­лар яуҙа һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды һәм Мәңгелек утҡа сәскә һалды.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас