Башҡортостанда йәшәүселәр ошо исемдәге акцияла ҡатнаша ала. Ул 1 июнгә тиклем бара.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм илһөйәрлек тәрбиәләүҙе үҫтереү буйынса комиссияһы 2 майҙан 1 июнгә тиклем “Рәхмәт, Герой!” тип исемләнгән акция ойоштора. Унда ҡатнашыу өсөн социаль селтәрҙәге сәхифәгә шәхси йәки коллектив ҡаҙаныштар, мауығыу менән бәйле булған фото һалырға һәм унда ошо хаҡта яҙырға кәрәк, яҙма аҙағында “Рәхмәт, Герой!” һәм 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе яҡынайтҡан туғанығыҙҙың исем-шәрифен, тағы #нашапобеда һәм #спасибогерой хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ. Мәҫәлән, үҙеңдең хоккей формаһындағы һәм еңеүсе кубогы тотҡан фотоңды ҡуйырға, эргәһенә “Хоккей уйнай алам, рәхмәт, олатай!” тип яҙырға була.
Был акцияның авторы – Түбәнге Новгород өлкәһенән 6-сы класс уҡыусыһы Илья Семенычев. Ул – Рәсәй Йәмәғәт палатаһының “Беҙҙең Еңеү” тип аталған дөйөм халыҡ конкурсы еңеүсеһе.
Айһылыу НИЗАМОВА