Спорт һәм туризм
16 Май 2023, 16:00

Карта биреү ябайлаштырылған

Көйәрмән карталарын рәсмиләштереү еңеләйә. Был хаҡта тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Карта биреү ябайлаштырылғанКарта биреү ябайлаштырылған
Карта биреү ябайлаштырылған

Рәсәйҙә ҡайһы бер категорияға ҡараған граждандарға көйәрмән карталарын рәсмиләштереүҙе еңеләйттеләр.

Был осраҡта 14 йәшкә тиклемге балалар, барлыҡ категориялағы инвалидтар һәм пенсионерҙар тураһында һүҙ бара. Шулай итеп, 26 майҙан, ата-әсәләр йәки законлы вәкилдәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында мәғлүмәттәрҙе теркәһә һәм раҫлаһа, үҫмерҙәрҙе онлайн тәртибендә идентификациялау арауыҡта үткәреләсәк. Картаны автоматик рәүештә бирәсәктәр.

Фото: klerk.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас