

Күптән түгел Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында Иглин районының туристик мөмкинлектәре менән таныштырыуға ҡоролған презентация үтте. Уның маҡсаты – райондың сәйәхәт маршруттарын күҙаллау, баш ҡала халҡын улар менән яҡындан таныштырыу.
Сарала Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, БР финанс министры Лира Иғтисамова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Шуныһы һөйөнөслө: райондың бик мауыҡтырғыс сәйәхәт маршруттары барлығы асыҡланды, эшҡыуарҙар умартасылыҡ, дарыу үләндәре йыйыу, йылҡысылыҡҡа бәйле эш асҡан, ҡунаҡтарҙы ҡабул итерлек күркәм ял урындары булдырған.
Сара барышында Охлебинин ауылынан Фәйзуллиндар ғаиләһе менән таныштыҡ. Лена Рәшит ҡыҙы һәм Рөстәм Ғасил улы алты йыл элек дарыу үләндәре етештереү менән ныҡлы шөғөлләнә башлай. Бигерәк тә коронавирус эҙемтәләрен бөтөрөү осоронда туғандарына ярҙам итеү өсөн төрлө рецептар тәҡдим итеп, уларҙың аяҡҡа баҫыуын күргәс, тыуған яҡ үләндәренең көсөнә ышанып, эште тағы ла дәртләнеп дауам итәләр. Хәҙер “ЖиВера” тип аталған бренд аҫтында 20 төрлө үлән майы етештерәләр. Һырғанаҡ майы, мәтрүшкә, андыҙ, алоэ, дегәнәк тамыры, уҫаҡ… Был майҙарҙың шифаһы баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, лавр япрағы майы быуындар һыҙлауын баҫа, шәкәр диабетынан ярҙам итә. Әйткәндәй, бөтә продукцияға сертификат алынған, улар махсус аппаратта төнәтелә. Көҙгә Үзбәкстандан тағы ла ҡорамалдар ҡайтарырға иҫәп тоталар.
Фәйзуллиндарҙың һәр мөрәжәғәт итеүсегә үлән майын нисек ҡулланырға кәрәклекте һәйбәт итеп аңлатыуы, кәңәштәр биреүе айырыуса оҡшаны. Һатыу эшмәкәрлеген башлыса “Озон” селтәре аша ойошторғандар.
Белеүебеҙсә, Иглин районы урмандарға бай, бында дарыу үләндәре күп. Фәйзуллиндар уның данын бөтә илгә тарата.
- Гөлсимә СӘЛИХОВА