Дәүләкән районында өлкән йәштәгеләр сәләмәт тормош алып барыу һәм спорт менән шөғөлләнеү яҡлы.
Ер шарының күп кенә төбәктәрендә оло кешеләр көсөргәнешле булмаған физкультура менән шөғөлләнергә ярата. Тәбиғи хәрәкәттәр уларҙың йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Мәҫәлән, лифт урынына улар – баҫҡыс буйлап атлап менеүҙе, автомобилгә ҡарағанда велосипедты өҫтөн күрә, йәйәү йөрөргә ярата.
Хаҡлы ялға сығыу – оҙон ғүмерлелеккә булышлыҡ иткән ғәҙәттәрҙе үҫтереү өсөн бик шәп мөмкинлек ул. Теләгең генә булһын! Дәүләкән ҡалаһындағы дүрт майҙансыҡта, “Тән һәм рух гармонияһы” проектының календарь планына ярашлы, өлкән йәштәгеләр өсөн йога күнекмәләре үткәрелә. Бөгөн шөғөләлләнеүселәр һаны планлаштырылғандан ике тапҡырға күберәк тәшкил итә, шуға өҫтәмә рәүештә тағы 47 махсус балаҫ һатып алынған.
Әйткәндәй, “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү йәмғиәте “Тән һәм рух гармонияһы” проекты менән быйыл Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәте үҫешенә гранттар биреү буйынса конкурсында еңеп сыҡҡан.
Айһылыу НИЗАМОВА