Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Май 2023, 22:40

Оҫталар менән өйрәнсектәр осрашты

vk.com/karmadm?z=photo-
Фото: vk.com/karmadm?z=photo-

Волейбол йәштәр һәм өлкәндәр араһында һәр кем яратып шөғөлләнә алған, күптәр яратып уйнаған спорт төрҙәренең береһе булып ҡала. 

Республикала һәм шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы районында ла волейбол уйнаусылар күп. Күптән түгел “Урал” клубы уйынсылары урындағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында оҫталыҡ дәресен күрһәтте. 
Мәктәп командаларына 1992 йылда Өфөлә ойошторолған “Урал” клубы  волейболсылары менән шөғөлләнеү бик оҡшаны. Улар өсөн оҫта спортсылар менән аралашыу, бергәләп уйнау һәм тәжрибә уртаҡлашыу бик кәрәк. Һөҙөмтәлә физик күнекмәләрҙе эшләүҙән башлаған уйын күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Сара аҙағында балалар билдәле спортсыларҙан автографтар алды, ә иң әүҙем кө­йәр­мән­дәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 

Айһылыу НИЗАМОВА

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас