

Ирекле көрәш – үҙенсәлекле спорт төрҙәренең береһе ул.
Бында спортсылар, эләктереү, ырғытыу, әйләндереп һалыу, аяҡ салыу кеүек төрлө ысулдар ҡулланып, бер-береһен ҡалаҡ һөйәгенә һалып еңергә тырыша. Грек-рим көрәшенән айырмалы, дәғүәсенең аяҡтарын эләктереп тотоу, аяҡ салыу һәм төрлө ысулды ҡулланғанда аяҡтарҙы әүҙем файҙаланыу рөхсәт ителә.
Рәсәйҙең ирекле көрәш буйынса чемпионатында 70 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Башҡортостан спорты тарихында беренсе тапҡыр бронза миҙал яуланды! Был уңышҡа Азамат Токмаков өлгәште. Ул Наро-Фоминск ҡалаһында уҙғарылған һаңғырауҙар араһында спорт көрәше буйынса Рәсәй турнирында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Азамат Токмаков – ирекле стиль көрәшсеһе. Илебеҙ командаһы составында бронза миҙал яулаған спортсы Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында яҡлаясаҡ. Беҙ уға уңыштар теләйбеҙ һәм еңеү көтәбеҙ.
Белеүебеҙсә, был халыҡ-ара спорт ярыштары быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Сарала 2,3 меңдән ашыу атлеттың ҡатнашыуы көтөлә. Илебеҙҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ дәүләттәрҙән спортсылар 21 дисциплинала миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Улар өсөн ярыш тәжрибәһен һаҡлау маҡсатында ошо күләмле ярыштарҙы үткәреү бик мөһим.
Айһылыу НИЗАМОВА