Спорт һәм туризм
26 Май 2023, 11:30

Ҡытайҙағы ярыштарҙа ҡатнашалар

vk.com/minsport_rbvk.com/minsport_rb
Фото:vk.com/minsport_rb

Ҡытай Халыҡ Республикаһында IX Рәсәй-Ҡытай йәштәр уйындары бара.

Сарала Рәсәйҙән 158 спортсы үҙ көсөн һынай. Улар ара­һын­да Башҡорт­остандан өс вәкил дә бар. Межгорьенан Иҙел Дәү­ләтбаев бадминтон буйынса уҙғарыл­ған ярыштарҙа ҡатнаша. Өфө футболсылары Есения менән Ярослава Кадынцевалар ҙа илебеҙ командаһы составында.

26 майға тиклем барған йәштәр йәйге уйындарында һигеҙ спорт төрө – бадминтон, баскетбол, волейбол, гандбол, спорт көрәше, йөҙөү, футбол, художестволы гимнастика – буйынса миҙалдар уйнатыла.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас