Спорт һәм туризм
2 Июнь 2023, 16:10

Башҡортостан - Паралимпия спортының баш ҡалаһы

Июлдә Башҡортостанда ишетеү һәләте менән проблемалары булған спортсылар араһында халыҡ-ара ярыштар – Йәйге сурдлимпия уйындары үтәсәк.

Башҡортостан - Паралимпия спортының баш ҡалаһыБашҡортостан - Паралимпия спортының баш ҡалаһы
Башҡортостан - Паралимпия спортының баш ҡалаһы

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков менән осрашты. Ул Өфөгә төбәктең физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса Советы ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән. Көн тәртибендә – адаптив спортты үҫтереү, Башҡортостанда паралимпиясылар ҡатнашлығындағы төрлө кимәл ярыштарын ойоштороу һәм үткәреү.

– Беҙ Паралимпия комитеты һәм профилле федерациялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Дөйөм алғанда, адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм тырышлыҡ арҡаһында хәҙер һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә систематик рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә ала. Бының өсөн шарттар бөтә муниципалитеттарҙа ла тиерлек булдырылды. Шуныһы мөһим, беҙ паралимпия спортын үҫтереүҙе маҡсатлы күрһәткестәр өсөн түгел, ә кешеләр һаулығы йәһәтенән ҡарайбыҙ.

Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты республика етәкселегенә адаптив спортҡа иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. Павел Рожков белдереүенсә, Башҡортостан – илдең паралимпия йыйылма командаһы өсөн терәк төбәк булып тора.

– Барыһы ла Рәсәйҙең паралимпия хәрәкәте тыуған ере, баш ҡалаһы тип Башҡортостанды иҫәпләй. Беҙҙең атлеттарға булышлыҡ һәм ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, айырыуса спортҡа санкция баҫымы көслө булған осорҙа. Беҙ бик күп асыҡ ярыштар үткәрәбеҙ һәм унда дуҫ илдәрҙән спортсыларҙы ла саҡырабыҙ. Улар үҙҙәрен уңайлы тойоуы мөһим. Бик күп сараларҙы Өфө һәм республика ҡабул итә. Бәйгеләр һәр саҡ юғары кимәлдә үтә, – тине Павел Рожков.

Быйыл июлдә Башҡортостанда ишетеү һәләте менән проблемалары булған спортсылар араһында халыҡ-ара ярыштар – Йәйге сурдлимпия уйындары үтәсәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, республика ҙур спорт форумын үткәреүгә тулыһынса әҙер.

Шулай уҡ эш осрашыуы сиктәрендә спорт инфраструктураһын үҫтереү һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас