Спорт һәм туризм
2 Июнь 2023, 11:18

Республика премияһы тапшырыласаҡ

bashinform.rubashinform.ru
Фото:bashinform.ru

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә Республика спорт премияһын булдырыу тураһында һөйләштеләр.

Андрей Назаров билдәләүенсә, спорт­сыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеү – физик культура һәм спорт тар­ма­ғында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.

– 2019 йылдан республикала һәләтле спортсыларҙы, шулай уҡ уларҙың тренерҙарын һайлау һәм уларға ярҙам итеү системаһы бул­дырылған. Ыңғай һөҙөмтә биргән был эште камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ, – тине Премьер-министр. – Спортта өлгәшелгән уңыштары өсөн йыл һайын спортсыларға һәм уларҙың тренер­ҙарына – матди дәртләндереү, 18 йәшкә тиклемге спортсыларға стипендиялар ҡаралған. Был аҡсалата ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл  республика бюджетына 150 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған.

Иң яҡшы спортсыларҙы, тренер-уҡы­тыусыларҙы, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡ­лау, уларға ярҙам итеү, иң яҡшы спорт федерацияларын, муниципаль берә­мектәрҙе дәртләндереү өсөн Баш­ҡортостан Хөкүмәте тарафынан “Республика спорт премияһы тураһында” проекты әҙерләнгән. Был хаҡта рес­публиканың спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Министрҙың билдәләүенсә, лау­реат­тарҙы асыҡлау өсөн адаптив спортта, профессиональ спортта, физик культура һәм спорт үҫешендә, сәләмәт тормош алып барыуҙы про­паган­да­лауҙа айырыуса ҡаҙаныштар булырға тейеш. Биш номинация билдәләнгән. Һәр береһендә – берәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәптәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған.

Түбәндәге күләмдә аҡсалата премия һәм дипломдар менән бүләклә­нәсәктәр:

“Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль район һәм ҡала округы” – икешәр миллион һум;

“Башҡортостан Республикаһының спорт өмөтө” – спорт мәктәбенә һәм адаптив спорт ойошмаһына – 1,5 миллион һум;

“Спорт йәмәғәт ойошмаһы” (төбәк спорт федерацияһы) – 1,5 миллион һум.

Айырым кешеләр өсөн түбәндәге премиялар ҡаралған:

“Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы” – 200-әр мең һум;

“Еңеп сығыу” (адаптив спорт үҫеше өсөн индергән өлөш): йыл спорт­сыһы һәм тренеры – 250-шәр мең һум;

“Бөтәһе өсөн дә спорт”: йәшәү, эш урыны буйынса физкультура-спорт эшен ойоштороусы” – 200 мең һум;

“Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы”: йыл журналисы – 200 мең һум.

– Минеңсә, “Спорт дәүере” номи­нацияһы бик мөһим. Башҡорт спор­тының данлы йолаларын кем арҡа­һында дауам итеүебеҙ тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ. Башҡорт­останда спорт үҫеше өсөн спорт ветераны 200 мең һум күләмендә премия аласаҡ, – тине Андрей Назаров.

Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Спорт министрлығының тәҡдимен һәм республика Хөкүмәте проектын хуп­ларға, Башҡортостан Башлығы ҡара­мағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә Беренсе республика спорт премияһын булдырыу тигән ҡарар ҡабул ителде.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас