Спорт һәм туризм
2 Июнь 2023, 17:10

Туризм тармағы ҡыуандыра

Туристарҙы Башҡортостанда күп ҡыҙыҡлы объекттар көтә. 

Туризм тармағы ҡыуандыраТуризм тармағы ҡыуандыра
Туризм тармағы ҡыуандыра

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең туристик-рекреация тармағын үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ҡатнашыусылар ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы, шулай уҡ инфраструктура объекттары һәм туристарҙы йәлеп итеү урындары булдырыуҙа яңы башланғыстарҙы тикшерҙе.

Кәңәшмә башында Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев ҡаланың үҙәк өлөшөндә туристик код булдырыу барышы тураһында һөйләне. Уның хәбәр итеүенсә, быйыл баш ҡала Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы конкурсында еңеп сыҡҡан. Капиталь булмаған урынлаштырыу сараларына заявкаларҙы һайлау “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә үткән.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Өфө федераль бюджеттан 208,8 миллион һумлыҡ субсидия алған. Уны ҡаланың туристик үҙәген эшләүгә йүнәлтәсәктәр. Был маҡсатта өҫтәмә рәүештә республика бюджетынан 4,3 миллион һум һәм муниципаль бюджеттан 1,9 миллион һум йәлеп иткәндәр. Шулай итеп проектҡа дөйөм аҡса күләме 213,1 миллион һум тәшкил иткән.

Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, Өфө урамдарында өҫтәмә навигация билдәләре, милли стилдә сауҙа-йәрминкә нөктәләре, туристик-мәғлүмәт үҙәктәре, стереоскоптар һәм биноклдәр, шулай уҡ фотозоналар, яҡтылыҡ һәм архитектура объекттары барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров объекттарҙың сифаты һәм эстетикаһына айырыуса иғтибар итергә ҡушты.

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҙур тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Уларҙың иң ҙуры – “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм”. 1 июнгә ҡарата программала 6,8 мең пенсионер ҡатнашҡан. Ә йыл аҙағына тиклем 20 мең кешегә тиклем етәсәк.

Халыҡта “Башҡорт-белорус оҙон ғүмере” проекты ҙур популярлыҡ менән файҙалана, уның сиктәрендә Беларусҡа ташламалы турҙар ойошторола. Апрель башынан алып Минскиға сәфәргә барыр өсөн 1,4 мең пенсионер заявка биргән. “Мәктәп туризмы” федераль проектына ла ҡыҙыҡһыныу арта. 1 июнгә ҡарата унда 9,5 мең уҡыусы ҡатнашҡан.

Ә Башҡортостанға дөйөм туристик ағым беренсе квартал йомғаҡтары буйынса 412 мең кешегә еткән, был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 29 процентҡа күберәк. Был шул иҫәптән республикала эске туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе. Быйыл программаны финанслау күләме 2,6 тапҡырға – 1,2 миллиард һумға тиклем артҡан. Уларҙың 746 миллион һумын федераль бюджеттан йәлеп иткәндәр, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 11 тапҡырға күберәк.

Башҡортостан Башлығы туристик проекттарҙың һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм, республика буйлап сәфәрҙәр ойошторған саҡта ваҡиғаларҙы ла күҙ уңында тотоу мөһим, тине. Турҙар үҙ эсенә фестивалдәр, күргәҙмәләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы сараларҙы алырға тейеш.

Ул шулай уҡ “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмере” проекты сиктәрендә Абхазияға пенсионерҙарҙы ебәреп ҡарарға тәҡдим итте.

– Абхазия – беҙҙең партнер, унда беҙҙең яҡташтар өсөн ҡарар нәмә күп. Пилот проект эшләп ҡарар кәрәк – бер төркөм барып ҡайтһын. Һәм аҙаҡ улар менән һөйләшеп, киләсәкте уйларбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарын үҫтереү пландарын тикшерҙе.

Мәҫәлән, әле Торатау шиханы тирәләй баҫҡыс-эко һуҡмаҡты ҡуйыу эше дауам итә. Бынан тыш быйыл тау итәгендә музей павильоны менән этнокомплекс булдырасаҡтар.

“Торатау геопаркы” фән, ағартыу, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәгенең генераль директоры Артур Иҙелбаев Ғафури районының Красноусол ауылы янындағы Усолка йылғаһы ярын һәм Ишембай районындағы Күк-Ҡарауыҡ шарлауығын төҙөкләндереү концепцияһын тәҡдим итте. Радий Хәбиров министрлыҡҡа был тәҡдимде өйрәнергә ҡушты.

“Янғантау” геопаркында ла яңы туристик объекттар булдырыу буйынса ҙур эштәр тора. Улар араһында – “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы. Салауат районының Әлкә ауылы янында рекреация һәм мемориаль объекттар булдырыу быйыл йәй башланасаҡ.

ФОТО: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас