Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
3 Июнь 2023, 13:40

Радий Хәбиров физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Республика Йортонда Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов, илдең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков, Рәсәйҙең алдынғы атлеттары һәм тренерҙары, шул иҫәптән адаптив спорт буйынса тренерҙар ҡатнашты.    

Радий Хәбиров физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Радий Хәбиров физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Көн тәртибендә - физик культура һәм спорт өлкәләрен һанлаштырыу, профилле норматив базаны актуалләштереү, паралимпия хәрәкәтен үҫтереү һәм спортҡа махсус хәрби операция ветерандарын йәлеп итеү. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында ошо йүнәлештәрҙә эшләүҙең көнүҙәк бурыстарын билдәләне.

- Беҙҙең өсөн һеҙҙең менән бергә республикабыҙҙа спортты һәм физкультураны үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү мөһим. Хәҙер беҙ спорт инфраструктураһын әүҙем нығытабыҙ. Һуңғы йылдарҙа ғына беҙ Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәген, Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәген, ябыҡ футбол манежын астыҡ. Ишеү слаломы комплексы, көрәш Һарайы һәм фехтование үҙәге төҙөлөшөн дауам итәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Рәсәй Хөкүмәтенә төҙөлөштәргә, ишкәкле слалом комплексының икенсе сиратын төҙөүгә, республикала олимпия резервы училищеһын булдырыу проектына финанс ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Төбәк етәксеһе адаптив спортты үҫтереү темаһына айырыуса иғтибар бүлде. Республикала бөтәһе 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса даими рәүештә адаптив физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашып китте. - Беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә паралимпия һәм сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы «Нефтсе» спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре бөтә республика буйынса асылды. Төбәк етәксеһе, төбәктә уларҙың матди базаһын нығытыу буйынса эште дауам итәсәктәр, тип өҫтәне.

Совет ултырышында шулай уҡ паралимпия спортын үҫтереү һәм уға махсус хәрби операция ветерандарын йәлеп итеү ҡаралды. Рәсәй паралимпия комитеты президенты Павел Рожков, заманса һаулыҡ һаҡлау, реабилитация һәм спорт әҙерлеге программалары ауыр йәрәхәтләнгән хәрбиҙәргә һаулығын тергеҙеүҙә ярҙам итә, тип белдерҙе.

- Баштан уҡ госпиталдәргә йөрөйбөҙ, инвалидлыҡҡа килтергән йәрәхәтләнгән хәрбиҙәр менән осрашабыҙ. Уларҙы үҙ өҫтөндә эшләргә һәм спорт менән шөғөлләнергә дәртләндерергә тырышабыҙ, - тип һөйләне Павел Рожков. - Рәсәйҙә элекке хәрбиҙәрҙең халыҡ-ара кимәлдә етди спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеүенең уңышлы миҫалдары күп. Был эштә республика кимәлендә лә ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр.

Совет ултырышы аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй паралимпия комитеты хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм комитет президенты Павел Рожков ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы республика спортын үҫтереүгә өлөш индергәндәргә республиканың дәүләт наградаларын, шулай уҡ спорт стипендияларын һәм «ауыл тренеры» сертификаттарын тапшырҙы.

 
 
 
 
 
Радий Хәбиров физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Радий Хәбиров физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: